25 апрель Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрелә

22.04.2020

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 18 мартында сығарған 246-р һанлы Ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә 2020 йылдың 25 апрелендә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрә.

Донъялағы эпидемиологик тороштоң киҫкен булыуын күҙ уңында тотоп, 2020 йылда Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн форматта ойошторола.

Халыҡ-ара белем биреү акцияһында ҡатнашыу өсөн алдан https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлеү үтеү мотлаҡ.

25 апрелдә 11:00 сәғәттә (Өфө ваҡыты менән) “БСТ” каналында, “Бәйләнештә”, «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» каналында дикторҙар диктант текстын тура эфирҙа уҡый башлай:

– 11:00 сәғәттән 11:20 тиклем – башҡорт телен яңы башлап өйрәнеүселәр өсөн;

– 11:30 сәғәттән 11:55 тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;

– 12:00 сәғәттән 12:20 тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусы диктантты өйҙә үҙ аллы яҙа ала. Яҙып бөткәндән һуң, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп (сканер аша үткәреп), 26 апрелдең 23:59 сәғ.  тиклем электрон почтаның bashkdiktant2020@mail.ru адресына йә +7 (927)950-02-66 Whatsapp һандарына ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ https://bashkdictant.ru диктанттың рәсми сайтында онлайн режимда яҙыу мөмкинлеге лә бар.

Онлайн режимда яҙыу мөмкинлеге булмағандар рәсми сайтта  26 апрелдең 22:00 сәғәтенә (Өфө ваҡыты менән) тиклем һаҡланған тура эфир яҙмаһын ҡарап, диктант яҙыуҙа ҡатнаша ала. Үрҙә һанап үтелгән ысулдарҙың береһе менән эште тикшерергә ебәрергә мөмкин.

   Диктанттың темаһын һәм тексын ойоштороусылар билдәләй.Хочу такой сайт

   Диктантта ҡатнашҡан һәр кем электрон форматтағы ҡатнашыусы сертификатын ала. Сертификат кире бәйләнеш өсөн күрһәтелгән электрон адресҡа ебәрелә.

   Диктанттың рәсми һөҙөмтәләре 30 көн эсендә https://bashkdictant.ru сайтында урынлаштырыла.

  Дикторҙар:

1. Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр өсөн Заһир Зәйнетдинов (мультиинструменталист);

2. Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн Флүрә Мурзина (“Хәбәрҙәр” тапшырыуын алып барыусы);

3. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн Марсель Сәлимов (яҙыусы-сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе).

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 22.04.2020

Дата обновления: 22.04.2020

Дата публикации: 22.04.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».