Ҙур осрашыу. (Башҡорт теле аҙналығының етенсе көнө)
13.12.2021
Бөгөн,
13 декабрь, башҡорт теле аҙналығының 7 көнө. Бөгөнгө көн “Башҡорт теле –ихлас
тел ” девизы аҫтында үтте. 1 һәм 3 класс уҡыусылары башҡор теле тураһында белгәндәрен,
ишеткәндәрен, өйрәнгәндәрен иптәштәренә һөйләнеләр. Тел тураһында шиғырҙар ятланылар.
Шулай уҡ бөгөн беҙҙең мәктәптә яҙыусы һәм тәржемәсе Гөлсирә Мирза ҡыҙы
Ғиззәтуллина һәм ауыл китапханасыһы Зифа Зиннәт ҡыҙы Ишмырҙина менән осрашыу
кисәһе үткәрелде. Гөлсирә Гизатуллина башҡорт теленең байлығы, матурлығы
тураһында һөйләне, шулай уҡ башҡорт теле башҡа телдәрҙе өйрәнгәндә лә ярҙам итә. Башҡорт телендәһе һ, ҙ, ғ инглиз телендә лә француз телендә лә осрай
икән. Зифа Зиннәт ҡыҙы ла башҡорт телендә матур итеп һөйләшергә саҡырҙы, сөнки
күп уҡыусылар үҙ -ара урыҫ телендә аралашалар икән. Инйәр Ишмырҙин уҡыусыларға ҡурайҙа матур, дәртле көй бүләк итте. Был аралашыу уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла
бик оҡшаны.
Просмотров всего: , сегодня: