Башҡорт теле аҙналығының өсөнсө көнө
09.12.2021
Аҙналыҡтың
3 көнө.Был көн “Аҡыл” девизы аҫтында үтте. Уҡыусылар интернет селтәрендә аҡыл
тураһында мәҡәлдәр ҡуйҙылар. Ауыл китапханаһынан Зифа Зиннәт ҡыҙы Ишмырҙина
килеп, 4 кластар менән сара үткәрҙе.
Сарала башҡорт телендә шиғырҙар уҡынылар, милли уйындар өйрәнеү, М.Аҡмулла
ижады тураһында һөйләшеү булды. 10-11 кластар башҡа кластарға инеп, башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы урынында, дәрес үткәрҙеләр. Ә тәнәфес ваҡытында
башҡорт халыҡ бейеүенә рәхәтләнеп бейенеләр. Шулай уҡ бөгөнгө көн, “Тыуған ил
батырҙарын иҫкә алыу” көнө булып торҙо. Тарих уҡытыусыһы Мөхәмәтйәнова А.С. 7
кластар менән мантаж әҙерләгәндәр.Һәм был сара мәктәп менән “Шайморатов
генерал” йырын йырлау менән тамамланды.
Просмотров всего: , сегодня: