Мәктәптә милли кейемдәр көнө үткәрелде
16.04.2021
Бөгөн 16 апрель
Иҙәш урта мәктәбендә “Милли костюмдар” көнө үткәрелде. Дәрестәрҙә республика ла йәшәүсе халыҡтарҙың милли кейемдәре,
донъя мәҙәниәте тураһында класс сәғәттәре үткәрелде.
Шулай уҡ башҡорт һәм рус халҡтарының милли костюмдарындағы ҡайһы бер
элементтарҙы эшләү буйынса онлайн оҫтаханалар, социаль селтәрҙәрҙә онлайн
флешмоб, милли музейҙар залдарында виртуаль күргәҙмәләр, “Милли кейемдә уҡыйбыҙ”тигән флешмобтар ойошторолдо.
Балалар баҡсаһы ла ситтә ҡалманы. Ата-әсәләр менән берлектә милли кейемдәр
менән килделәр.
Иҙәш мәктәбе уҡыусылары төрлө яҡлап өлгөрөргә тырыша, был көндө район
буйынса үткәрелгән берҙәмлек өмәһендә лә
ҡатнаштылар. Мәктәптең тирә- яғын сүп-сарҙарҙан таҙарттылар.
Бөгөнгө сара бөтәһенә лә оҡшаны һәм артабан уҡыусылар үҙҙәренең ишек
алдарын таҙартырға таралдылар.
Просмотров всего: , сегодня:
Дата создания: 16.04.2021
Дата обновления: 16.04.2021
Дата публикации: 16.04.2021