Башҡорт теле йылына арналған сараларға ҡыҫҡаса йомғаҡ

30.12.2020

        Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Ошо уңайҙан  Иҙәш урта мәктәбенең 2 класында ла класс сәғәттәре үтте. Уҡыусыларыбыҙ Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобҡа ҡушылды!

Шулай уҡ уҡыу башында иғлан ителгән «Иң һәләтле китап уҡыусы» конкурсында  Ураҡаева Зөлхизә, ҡатнашты.Ул данлыҡлы Урал батыр эпосы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне,башҡорт телендә китаптар уҡырға өндәне.

Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йылға арналған конкурста уҡыусылар әүҙем ҡатнашты.Әҙибәнең ижады менән танышҡандан һуң, әҙәрҙәрен уҡып , һүрәттәр төшөрҙөләр һәм конкурсҡа ебәрҙеләр. Ҡыуандыҡов Нияз, Билалова Диана, Ҡыуандыҡов Айбулат, Уракаева Зөлхизә өсөнсө урынға лайыҡ булдылар. Республиканың Мәҙәниәт Министерствоһы ойошторған шиғыр бәйгеһендә Ураҡаева Диана ҡатнашты, ә тиҙәйткестәр бәйгеһендә Билалова Диана көс һынашты.

3 класта 14  декабрь башҡорт теле көнөнә арналған асыҡ дәрес үткәрелде. Дәрес тылсымлы сәйәхәт итеп алдыҡ. Уҡыусылар башҡорт теле тураһында яҙҙырылған шиғыр видео таҫмаһы ҡарап нимә тураһында һүҙ алып барылыуын. Йәки дәрес темаһын астылар.

Виртуаль музейҙа М.Аҡмулланың бөйөк шәхес икәнен 14 декабрь уның тыуған көнөн башҡорт теленә арналыуы юҡҡа түгел икәненә инанды.Хочу такой сайт

«Иң һәләтле китап уҡыусы» конкурсында  Байбулатова Айгизә ҡатнашты.

7-8 кластар араһында М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижадына арналған дәрес үтеп китте. Уҡыусылар яттан уның шиғырҙарын ятланылар. 6 кластар шиғри сылбырҙа ҡатнаштылар.

 

Просмотров всего: , сегодня:

Дата создания: 13.01.2021

Дата обновления: 13.01.2021

Дата публикации: 30.12.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».